-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Ғинуар 2022, 14:00

Эмоциональ яныу нимәһе менән ҡурҡыныс?

Эмоциональ яныу (эмоциональное выгорание) – физик һәм психик яҡтан талсығыу. Был проблема эштән, кешеләр менән аралашыуҙан кисергән стресс арҡаһында күҙәтелергә мөмкин.

Эмоциональ яныу нимәһе менән ҡурҡыныс?
Эмоциональ яныу нимәһе менән ҡурҡыныс?

Пандемиянан һуң үткәрелгән тикшереүҙәргә нигеҙләнәнеп, 2500 кешенең яртыһы эмоциональ яныуҙы кисергән.

Эйе, хәҙерге заманда йәшәү темпы гел үҙгәреп торған мәлдә эмоциональ яҡтан сәләмәт булыу ауыр. Эстә бушлыҡ, һәр ваҡыт борсолоу хисе һиҙеү көндәлек тормошта күптәрҙе эҙәрлекләй. “Яныу”ға күберәк офис хеҙмәткәрҙәре, социаль өлкәләрҙә эшләүселәр дусар була. Көндәр буйы кешеләр менән аралашып, үҙ энергияһын юҡҡа сығарыу һөҙөмтәһендә, улар оло стресс кисерә. “Яныу”ҙың билдәләре ниндәй? Иң киң таралғандары араһында ярһыулыҡ, арыу, йоҡоһоҙлоҡ, аппетит боҙолоу. Шулай уҡ эштәге бурыстарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырыу, аҙағына тиклем эшләп ҡуймау ҙа инә.

Был күренеш нимәһе менән ҡурҡыныс?  Клиник депрессиялар, йыш һалҡын тейеүгә, хроник ауырыуҙарҙың киҫкенләшеүенә һәм эш урынында етди хаталарға килтереүе мөмкин. Үҙеңдә эмоциональ яныуҙы һиҙеп алһаң, тиҙерәк уның менән көрәшә башларға кәрәк. Унан ҡотолоу өсөн, тулы ял алыу, ял көндәрендә кеҫә телефоны менән файҙаланмау, саф һауала йөрөү, кешеләр менән күберәк аралашыу. Йоҡо режимын яйға һалыу ҙа ҙур йоғонто яһай. Дөрөҫ туҡланыу, буш ваҡытта спорт менән шөғөлләнеү, тыныс көй тыңлау – былар барыһы ла әүәлге хәлгә ҡайтырға ярҙам итәсәк. Йорт хайуандары менән ваҡыт үткәреү ҙә кире тойғоларҙан арындыра. Уларҙың шундай үҙенсәлеге бар – дауаларға һәләтле. Медитация менән шөғөлләнеү, дөрөҫ һулыш алыу техникаһын үҙләштереү һәм ябай психологик алымдарҙы ҡулланыу ҙа стресс менән көрәшергә ярҙам итә.

Фото: infourok.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: