+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Ғинуар 2022, 14:20

Ҡыҙыҡһыныу

Военкоматта кеше күп, шау-шыу ине. Психиатрға күренергә сиратта торам. Минән алда ингән егет көлә-көлә килеп сыҡты. Көлөүенән туҡтай алмай фамилиямды атаны. Индем.

Ҡыҙыҡһыныу
Ҡыҙыҡһыныу

Кабинетта һалҡынса һәм тыныс. Өҫтәл артында ялтас башлы өлкән йәштәге ир ултыра, арыған, сырайы ҡараңғы.
– Һаумыһығыҙ!
– Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ. – Минең менән һалҡын ғына иҫәнләште. Ваҡытты һуҙмай, шунда уҡ һорау бирҙе: – Наркотиктар менән шаяраһыңмы?
– Юҡ.
– Сәйер уйҙар башыңа киләме?
– Юҡ.
– Һау булығыҙ. Рәхмәт.
Юғалып ҡалдым.
– Шул ғынамы? Тикшереү ошо ғынамы?
– Миңә нимәлер һөйләргә теләйһеңме? – Психиатр теләр-теләмәҫ кенә ҡыҙыҡһынды.
– Әйтәйек, минең башымда үҙ-үҙемә ҡул һалыу теләге тыуһа? – тип һораным, ҡулдарымдағы яңы сыйылған эҙҙәрҙе күрһәтеп. Мин уларҙы ике көн элек ҙур, ауыр йәшниктәрҙе ташығанда алғайным.
– О, бындай осраҡта беҙ һине тикшереүгә ебәрәбеҙ. Әгәр тикшереү үҙ-үҙеңә ҡул һалыу ихтималлығын иҫбат итһә, һеҙ әрмелә хеҙмәт итә алмаясаҡһығыҙ, тип ҡурҡам.
– Йәл, – тинем йылмаймаҫҡа тырышып.
– Эйе... Уҡый ҙа алмаясаҡһығыҙ. Эшләй ҙә. Өйләнә лә. Йылына ике тапҡыр дауаханала ятырға тура киләсәк. Көслө дарыуҙар бирәсәктәр.
– Мин былай ғына һораным. Ҡыҙыҡһынып.
– Ҡыҙыҡһыныу – һәйбәт эш. Ҡыҙыҡһыныу – сәләмәт йәш мейе билдәһе. Тағы ла һорауҙар бармы?
– Юҡ.
– Улайһа, һау булығыҙ. Рәхмәт.

Ә. ҠАРАСУРИН.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: