+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Ғинуар 2022, 12:00

Белмәһәң – бел!

*Ер шарында йәшәүселәрҙең 20 проценттан ашыуы йылына кәмендә 425 доллар аҡса эшләй.*Өйөм яна, тигән уй, уны талап сығалар, тигән уйға ҡарағанда башҡа ун тапҡыр күберәк килә.

Белмәһәң – бел!
Белмәһәң – бел!

*“Титаник” фильмын төшөрөү Тита­никтың үҙенә ҡарағанда ҡиммә­терәккә төшкән.
*Диңгеҙҙә һыу аҫты кәмәләре экипаждары бер тапҡыр кейелә торған эске кейемдән файҙалана.
*Ун һигеҙенсе быуатта өндәү бил­дәһен “ғәжәпләнеү билдәһе” тип йөрөткәндәр.
*Колумб Ер груша формаһында тип иҫәпләгән.
*Беренсе одеколон чуманы иҫкәртеү сараһы булараҡ барлыҡҡа килгән.
*Альберт Эйнштейн үҙенең телефон номерын бер нисек тә хәтерендә тота алмаған.
*Японияла ҡарбуздың хаҡы 100 долларға етеүе ихтимал.
*Малайзияла сабыйҙарҙы һырала йыуындырып ауырыуҙарҙан һаҡлай­ҙар.
*Барби ҡурсағының тулы исеме – Барбара Миллисент Робертс.
*Англиялағы билдәле ҡағыҙ етеш­тереүсенең фамилияһы – Ватман.
*Бер шешә шарап әҙерләү өсөн сама менән 600 бөртөк виноград талап ителә.
*Мәктәптә Маргарет Тэтчерҙың ҡушаматы Теш таҙартҡыс булған.
*Кеҫә телефонында микробтар унитаздағыға ҡарағанда биш тапҡыр күберәк.
*Яңы Зеландияла һарыҡтар кеше­ләргә ҡарағанда 15 тапҡырға күберәк.

М. МӘРҮӘНОВ

Фото: zen.yandex.lt     –

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: