+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Ғинуар 2022, 15:00

Кишер генә тимәгеҙ…

Беләһегеҙме, кишер йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн файҙалы икән. Белеүебеҙсә, юғары холестерин сәләмәтлек өсөн хәүефле, ул йөрәк һәм ҡан тамырҙары  ауырыуҙарын килтереп сығара. 

Кишер генә тимәгеҙ…
Кишер генә тимәгеҙ…

Ә кишер һутын даими ҡулланыу холестериндың күләмен кәметергә һәм атеросклероз, инсульт, инфаркт кеүек ауырыуҙарҙы булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк.

Кишер калийға бай. Уның һутын йыш эскәндә, ҡан тамыры юлдары киңәйә, шуға ла йөрәккә лә көс килмәй. Йөрәк өсөн кишерҙә тағы ла бер файҙалы матдә – кумарин бар. Ул юғары ҡан баҫымының кәмеүенә һәм йөрәк сәләмәтлеген һаҡлауға ярҙам итә.

Шулай уҡ был йәшелсә эсәктәрҙең дөрөҫ эшсәнлеген дә тьмин итә. Күҙ күреүен яҡшырта. Имунитетты нығыта. Аппетитты аса, бит тиреһенең төҫөн матурлата. Кишер менән оҙаҡлап дауаланырға теләһәгеҙ, тәүҙә табиптар менән кәңәшләшеп алһағыҙ, бик яҡшы булыр.

Фото: mistresshealth.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: