+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Ғинуар 2022, 11:00

Ниндәй төштәр күрәһең?

Беҙ йыш ҡына төштәр күрәбеҙ, уларҙы төрлөсә юрайҙар.

Ниндәй төштәр күрәһең?
Ниндәй төштәр күрәһең?

Бейектән йығылып төшөү

Киләсәккә өмөтһөҙлөк, нимәнәндер ҡурҡыу – ошоларҙың һөҙөмтәһе булараҡ, бейектән ҡолап төшөүҙе күрәбеҙ. Йығылыу – ярҙамға мохтажлыҡ символы.

Осоу

Ғәҙәттә, төштә үҙ-үҙенә ышанған һәм улар менән булған хәлдәрҙе контролдә тота алғандар оса. Ә инде артыҡ бейектә осоуын күргән кеше үҙенең теге йәки был эште булдыра алыуына шикләнә, тигән һүҙ.

Имтихан

Әгәр йоҡлағанда имтихан алдынан борсолоуыңды күрһәң, тимәк, һинең тормошоңда мөһим ваҡиғалар күҙәтелә. Шулай уҡ үҙеңә һәм булдыра аласағыңа ышанмау ҙа бындай төштәр күреүгә килтерергә мөмкин.

Үлем

Үҙеңдең йәки яҡындарыңдың мәрхүм булыуҙарын төштә күреүҙең сәбәптәре төрлө булырға мөмкин. Күп осраҡты бындай төштәр уларҙы юғалтыуҙан ҡурҡҡанға, улар өсөн борсолғанға керә, шулай уҡ  төп сәбәп булып тормошоңдағы үҙгәрештәр йәки көтөлмәгән яңылыҡтар алдынан булған ҡурҡыу хисе тора.

Кемдеңдер һин артыңдан күҙәтеүе

Сиселмәгән мәсьәләрҙең беҙҙең өндә генә эҙәрлекләп ҡалмайса, йоҡлағанда ла борсоуы. Бынан тыш, фильмдағы ҡайһы бер миҙгелдәрҙең дә төшкә инеүе бар.

Төштә төш күреү

Иртән һин уянаһың, йыуынаһың, ашайһың һәм уҡырға китәһең... Шул мәл будильник зыңғырлай ҙа һин быларҙың тик төш кенә булғанын аңлайһың. Бындай төштәр, ғәҙәттә, сиселмәгән мәсьәләләр эсендә ҡалған кешеләргә инә.

Ә һин шуны иҫеңдә тот: бар һорауҙарға ла яуап һинең башында. Иң мөһиме,  йоҡоңдо туйҙырырға онотма!

Фото: stihi.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: