Балаларҙың ғүмерен һәм һаулығын ҡыйған әҙәм аҡтыҡтарын мәңгелеккә төрмәгә ябыу законы һуңғы вариантта ҡабул ителде. Быға һуңғы йылдарҙа ғына түгел, ә бер –нисә ай элек ҡылынған ауыр енәйәтселек этәргес көс бирҙе. Яңы йыл алдынан ике уҡыусы ҡыҙ, ә йылдың тәүге көндәрендә биш йәшлек бала педофил ҡорбаны булды.
Законда балаларға ҡаршы ауыр енәйәт ҡылыусыларға ҡарата шундай пункт бар. Әгәр ҙә енәйәтсе 18 йәшкә тиклемге бәлиғ булмағандарға ҡаршы енәйәтте тағы ҡабатлай йәки ике һәм унан да күберәк балаларға зыян ҡыла икән, уның ирке мәңгелеккә сикләнәсәк.
Ә бына үлем язаһын кире ҡайтарыу хөкөмө депутаттар тарафынан кире ҡағылды.
Фото: politexpert.net
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-01-19/balalar-a-arshy-ylyn-an-en-y-tselek-s-n-aty-yaza-2659656