+21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Ғинуар 2022, 15:05

Серле Ай

Ер планетаһының тәбиғи юлдашы Ай тураһында күп нимә беләбеҙ тип уйлаһаҡ та, артыҡ билдәле булмаған ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле факттар ҙа бар икән әле.

Серле Ай
Серле Ай
* Уйлауыбыҙса, Айҙың беҙгә күренмәгән яғы ҡараңғы түгел, ә әйләнгәндә уның бар яғына ла Ҡояш нурҙары төшә.
* Айҙың өҫкө өлөшөндә “Аполлон-11” экипажынан тыш (Нил Армстронг һәм Базз Олдрин), тағы ла 10 астронавт булып ҡайтҡан.
* Экватор тирәһендәге температура көндөҙөн +120 градус булһа, ә төндәрен – 170-кә етә, ә башҡа ерендә һәр ваҡытта ла – 50 тирәһе һаҡлана.
* Ярты быуат элек Ай картаһындағы ике яҡ урындары менән алмашына: көнсығыш – көнбайышҡа, ә көнбайыш көнсығышына әйләнә.
* Төнгө күктә балҡыған Ай беҙгә бик яҡты булып тойолһа ла, ысынында иһә ул әле генә йәйелеп киткән асфальт һымаҡ ҡына ялтырай.
* Айҙың кире яғында төндәр, беҙгә күренгән яғы менән сағыштырғанда, ҡараңғыраҡ була (ә күккә күренгән яғында һәр ваҡыт Ер “эленеп тора”).
* Ай инде миллиард йылдар самаһы һәр йыл һайын уртаса 3 сантиметр тиҙлек менән Ерҙән алыҫлаша.
* Уның поляр өлкәләрендә генә түгел, экватор тупрағында ла ҡатҡан һыу табыла.
* Айҙың өҫкө өлөшөнөң беренсе карталары әле телескоп уйлап табылғансы уҡ төҙөлә.
 
Фото: drasler.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: