Эйе шул, ҡарҙың күплегенә ғәжәпләнмәйек. Мин шул ҡарға бирешмәгән, күмелеп ҡалмаған, юҡҡа сыҡмаған халыҡҡа һоҡланам. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, ғәҙәттә, ишелеп яуған ҡар ял көндәренә тура килә. Ҡар таҙартыусылар дүшәмбе һөйләнә-һөйләнә эш урындарына барып көрәктәренә тотоноуҙарына, халыҡтан ялыуҙар яуа ла башлай. Тегендә тығын, бында бөкө, машиналар төкәшкән, ун баллға еткән транспорт теҙмәһе ҡаланы фалиж хәленә килтергән.
Әйткәндәй, мин Өфөгә ошо быуат башында күсеп килгәндәр иҫәбенәнмен. Иң тәүҙә күҙемә салынғаны, юлдарҙың ике яғында ла өйөлөп ятҡан бысраҡ ҡар һәм шуның өҫтөнән батырҙарса эш урындарына, балалар баҡсаларына, мәктәптәргә ынтылыусы халыҡ, халыҡ һәм халыҡ. Хатта Хөкүмәт ултырыштарында ҡарҙың күплегенә зарланыу хаҡында һүҙ булғанын да хәтерләмәйем. Киреһенсә, апрель айҙарында урамдарҙа өйөлөп ятҡан бысраҡ ҡар өйөмөн Еңеү көнөнә, йәғни 9 Майға сығарып бөтөрөп, халыҡты ҡыуандырырға тигән етди саҡырыуҙар яңғырай торғайны, һәм мин уның тормошҡа ашырылғанын иҫләмәйем. Шул осор ҡаланың тышҡы күренеше өсөн яуап биргәндәр алдашырға юл ҡуймаҫ, сөнки һәр районда бер нисә генә грейдер, трактор һәм йөк машинаһы була торғайны.
Хәҙер заман үҙгәрҙе. Коммуналь хужалыҡтар ҡарамағындағы техниканың һәм автотранспорттың күплегенә хайран ҡалырһың. Улар көнө-төнө ҡар таҙартыу һәм сығарыу менән шөғөлләнә. Ә халыҡ һаман зарлана, властарҙы әрләй, ҡулынан килгәнсә ҡар таҙартыуға ҡамасауларға тырыша һәм шәхси автотранспортын ҡайҙа туҡтата, шунда ташлап китә.
Әйткәндәй, бөгөн шәмбе. Күктә бер болот әҫәре юҡ. Яумаһа, ғәжәпләнәсәкмен. Ә һеҙ ҡаланы ҡарҙан таҙартыуға ниндәй өлөш индерҙегеҙ?
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ