Тәүҙә был аҙыҡты әҙерләү өсөн кәрәкле ингредиенттарҙы әҙерләйбеҙ:
Көнбағыш майы – 4 аш ҡалағы
Томат пастаһы – бер аш ҡалағы
Итте ваҡлап турайбыҙ йә әҙер фарш алабыҙ. Сөгөлдөрҙө таҙартып киҫәбеҙ ҙә ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Фаршҡа тоҙ, борос сөгөлдөрҙөң яртыһын ҡушып бергә баҫҡас, бәләкәсерәк итеп тефтели эшләйбеҙ. Артабан табаға көнбағыш майы һалып, көслө утта уларҙы ныҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ. Әҙер тефтелиҙы тәрилкәгә һалып ҡуйып торабыҙ.
Соус өсөн кишер менән һуғанды ваҡлап турайбыҙ, ҡалған сөгөлдөрҙө ҡушып, көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Артабан томат пастаһы һалабыҙ ҙа ҡайнаған һыу ҡушып соусты бер аҙ утта тотабыҙ. Алдан әҙерләгән тефтелиҙы шунда теҙәбеҙ һәм ҡапҡасын ябып 25-30 минут тирәһе бешерәһе генә ҡала.