-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ғинуар 2022, 12:00

Осоусы бәҙрәф

Ни сыҡһа, шуларҙан сыға. Япондар Токиола ер өҫтөндә эленеп тороусы бәҙрәф төҙөгән. Suppose Design Office бюроһы архитекторҙары яһаған был йәмәғәт урыны формаһы менән тартмаға оҡшаған.

Осоусы бәҙрәф
Осоусы бәҙрәф

Бина ер менән тоташмай, түбәнге 50 сантиметр стенаһы юҡ, шуға күрә объект һауала осоп барған кеүек тойола. Ысынында иһә, төп конструкциялар уның үҙәгендә урынлашҡан. Бәҙрәфтең тышҡы ҡиәфәте йыл миҙгеленә ҡарап үҙгәреп тора. Ҡоролманың бейеклеге – 7 метр тирәһе. Дизайнерҙар уның интерьерын рациональ итергә тырышҡан – эске яҡта бер нисә кабина, раковинаһы, көҙгөһө булған ҙур ғына зоналар бар. Уңайлымы бындай бәҙрәф, юҡмы – уныһын шунда кереп сыҡҡан кеше үҙе генә әйтә алалыр...

Фото: https://realt.onliner.by/

Осоусы бәҙрәф
Осоусы бәҙрәф
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: