+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Ғинуар 2022, 12:00

Аҡсаңды түлә, кәрәген ал… Фельетон

Бер нәмәгә лә аптырамаҫ инем, беҙҙең халыҡ ҡына ваҡыт-ваҡыт ғәжәпләндереп ҡуя. Коммунистарҙың 70–80 йыл буйы беҙҙә байлыҡҡа һәм аҡсаға ҡарата тәрбиәләгән нәфрәт тойғоһо һаман да үтмәне. Юҡ, ҡотола торған сир түгел был. Анау коммунизм тигәнен төҙөһәләр, Аллаһы Тәғәләнең  бирмеш көнөндә бөгөн аҡса хаҡында онотоп бөткән булыр инек. Шуның әсе һабағы: беҙҙең халыҡ әле булһа аҡса тота белмәй. Ана, сүп-сар йыйған өсөн 150–200 һумға тарифтарҙы арттырғайнылар. Хәҙер барлыҡ Рәсәй ошоноң өсөн ил башлыҡтарының тетмәһен тетә. Түләмәү юлдарын эҙләй һәм, әлбиттә, кәрәк булһа, таба.

Аҡсаңды  түлә, кәрәген ал… Фельетон
Аҡсаңды түлә, кәрәген ал… Фельетон

Ә инде мираҫ булып ҡалған фатирынмы, өйөнмө һатып, ҡулына ике-өс миллион аҡса килеп эләкһә, беҙҙең халыҡ нимә эшләй? Шуны ишәйтеү юлдарын эҙләй башлай. Тегендә лә барып һөйләй, бында ла килеп һөйләй. «Ике лимон ята, – ти ул, бошонған ҡиәфәт менән. – Шуны нисек дүртәү итергә?.. » Ярҙам итеүсеһе лә табыла. Уныһы килеп етә. Алтын тауҙары икеһен дә уратып ала. Теге ике миллионын паспортын түгел, исемен дә һорап тормайынса, тоттороп ебәрә. Ике миллион нимә ул. Өҫтәп банктан тағы ике миллион ала, илтеп бирә һәм табышты иҫәпләй башлай.

Юҡ, бер ҡараһаң, был кеше һис тә хаталанмай һәм алданырға тейеш түгел  һымаҡ. Ниңә, ҡыл да ҡыбырлатмайынса кеҫәңә миллиондар инеп ятһа, насармы ни? Миллиондарҙы алған кешеләр кисә генә кемде алдағандарын онотоп, икенсе «асыҡ ауыҙҙар»ҙы эҙләй башлайҙар һәм табалар.

Бына, алдымда олпат ҡына профессор  бөтөрөнөп ултыра. Бөтөрөнмәй ҡайҙа барһын, алдаштырып ярты миллион  аҡсаһын алғандар һәм юғалғандар. Хәйер, тартып  алмағандар, үҙе илтеп биргән.

– Үлһәм-нитһәм, матурлап оҙатһындар, тип йыйған булғайным, – ти ул. – Кемгә күпме хәйер бирергә икәнлеген дә сыймаҡлағайным. Таныштар килеп сыҡты ла булған аҡсамды ике тапҡыр ишәйтергә вәғәҙә бирҙеләр. Хәҙер күренгәндәре, шылтыратҡандары ла, телефонды алғандары ла юҡ. Ике йылдан ашыу инде.

Дөрөҫөн әйткәндә, 750 мең тәңкәгә беҙҙең хаҡтар менән иҫәпләһәк, унлап кешене һуңғы юлға оҙатырға мөмкин. Һуңынан артып ҡалыуы ла бик ихтимал. Һуң, политэкономия был хаҡта нимә ти? Етештереүҙе арттырмай тороп, артыҡ бер тин дә алып булмай. Табыш тауарыңды һатҡандан һуң ғына килә. Мин уның бөтөрөнгән ҡиәфәтенә ҡарап, ни өсөн коммунизм төҙөү алмауыбыҙҙың серенә төшөндөм. Ағай һәйбәт кеше, ләкин был сифат ҡына сит-ят кешеләрҙең ҡулдарына барлыҡ йыйған аҡсаңды тоттороп ебәреүгә һылтау булып тормай.

Сит ил иҡтисадсылары билдәләүенсә, Рәсәй иҡтисадын йылдам үҫтереү, эш хаҡын, пенсияларҙы арттырыу өсөн сәнәғәттең көйлө эшләүе һәм тауарҙарҙың, әлбиттә, һатылыуы кәрәк. Ләкин был үҫешкә халыҡтың иҡтисадҡа һәм сәнәғәткә ҡарата бер ҡатлы мөнәсәбәте аяҡ сала. Кешеләрҙе алдау ярҙамында байығыу мөмкинлеге булған илдә сәнәғәт тейешле  кимәлдә үҫешә алмай. Беҙ уға ҡасан төшөнәбеҙ, тик шул ваҡытта ғына етеш йәшәй башлаясаҡбыҙ. Дөрөҫ, күптәр өсөн етеш тормош электән бар. Ләкин бөтәһе өсөн дә хас тип әйтергә әле иртәрәк.

 

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: