Был хәл һәр дәүерҙә лә сәйер тойолған һәм уға ҡарата боронғолар хатта “әтәс төнөн ҡысҡырып ендәрҙе ҡурҡыта”, тигән төрлө юҡ-бар әкиәттәр ҙә уйлап тапҡандар.
Ә ысынында иһә, был хәлде бик ябай һәм бик ҡыҙыҡ ҡына аңлатырға була икән. Әтәстәрҙең тыуған иле – экваторға яҡын булған Һиндостан, Малакка ярымутрауҙары һәм Һинд океанының көньяҡ утрауҙары. Ә экваторҙа көн һәм төн йыл әйләнәһенә бер үк оҙонлоҡта, теүәл 12 сәғәт дауам итә: иртәнге 6-ла ҡояш сыға, киске 6-ла байый. Шулай булғас, ундағы ҡоштар бер үк ваҡытта йоҡларға ғәҙәтләнгән. Ана шуға ла инде беҙҙең әтәстәр ҙә үҙҙәренең элекке тыуған илдәрендә таң атҡан ваҡытта ҡысҡырыуҙарын дауам итә, ти, имеш.
Фото: dwightlongenecker.com