+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Ғинуар 2022, 15:15

Эсһәң шарап - эшең харап!

Көмөшкәсе Полицай көмөшкә ҡыуыусы бабай менән һөйләшә.– Көмөшкә ҡыуыуыңды туҡтат!– Ҡыуҙым, ҡыуам, ҡыуасаҡмын!– Төрмәгә ултыртам.– Улым ҡыуыр!– Уны ла ултыртабыҙ.– Ейәнем ҡыуасаҡ!– Ейәнеңде лә ултыртасаҡбыҙ.– Ул ултырыуға мин төрмәнән сығасаҡмын! Р. ИСЛАМОВ.

Эсһәң шарап - эшең харап!
Эсһәң шарап - эшең харап!

Янғын

Беҙҙең ауылда янғын сыҡты, бабай менән әбейҙең ғүмер буйы йәшәгән, балалар үҫтергән өйөнән нигеҙе генә тороп ҡалды. Ярай әле, үҙҙәре сығып өлгөргән, хатта ҡайһы бер әйбер­ҙәрен “ҡыҙыл әтәс”тән һаҡлап ҡала алғандар. Уларҙы колхоз бөткәндән бирле бикле торған ҡунаҡханаға урынлаштыр­ҙылар.
Ах та ух килеп әбей ултыра, ҡулында – документтар, алтын-көмөш балдаҡ­тар, алҡалар, белә­ҙектәр. Бабайҙы­ҡында – китап. Ниндәйҙер олимпиа­дала еңгән өсөн балаларының бере­һенә бүләк ителгән Һәҙиә Дәүләт­шинаның “Ырғыҙ” романы.
Әбейе уның күҙен дә астырмай ороша:
– Өйҙән йүнлерәк берәй әйбер алып сығырға башың етмәнеме ни? Сат­лама һыуыҡта яланбаш тороп ҡалдың. Йә инде, тапҡан алып сығыр нәмә! Ҡөрьән булһа, тағы бер хәл.
– Был китап миңә Ҡөрьәндән дә ҡәҙерлерәк. – Бабай китапты юғары кү­тәрә. – Белмәһәң – бел: бында беҙ­ҙең ата-бабаларыбыҙҙың рево­лю­­цияға тиклем нисек йәшәүҙәре ту­раһында яҙылған.
Кискә бабай лаяҡыл иҫерек ине. Баҡ­тиһәң, әбейенән йәшереп ҡара көнгә тип йыйған аҡсаһын ошо китапта һаҡлаған икән.

А. ҒӘЙНУЛЛИН.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: