*Күптәр дүшәмбелә иртәнге 11-ҙән 16 сәғәткә тиклем йылмая алмай икән.
*Телевизор ҡарау, магазинға йөрөү, кәнфит ашау йәки косметика һатып алыу, шулай уҡ киләһе ялды планлаштырыу кәйефте күтәрә.
*Был көндө хеҙмәткәрҙәрҙең 50 проценты эшкә һуңға ҡала.
*Дүшәмбе синдромынан барыһынан да бигерәк 45 йәштән 54 йәшкә тиклемгеләр зыян күрә.
*Аҙна башында хеҙмәткәрҙәрҙең эшләү һөҙөмтәлелеге бары тик 3 сәғәт ярым дауамында ғына һаҡлана.
*Дүшәмбе – вәғәҙәләр көнө. Ул барыһына ла яңы тормош башларға вәғәҙә итә: кемдер диетаға ултырырға, кемдер тәмәке тартыуҙы ташларға, кемдер спорт менән шөғөлләнә башларға планлаштыра. Ә ысынында иһә, был көн күптәрҙә ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырһа ла, аҙнаның башҡа көндәренән бер нимәһе менән дә айырылмай.