+15 °С
Облачно
Төрлөһөнән
1 Февраля 2022, 04:05

Һынамыштар

*Февраль – ҡарға, ә апрель һыуға бай. *Февралдең беренсе яртыһында көндәр һыуыҡ булһа, арыш уңыр.

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар

*Был айҙа бәҫ күп булһа, ағас емештәре уңыр, бал күп булыр.

*3 февраль һалҡын булһа, ураҡ мәлендә бик эҫе буласаҡ.

*Тау баштарында ҡар күп икән, еләккә рәхәтләнербеҙ.

*Мөрйәнән сыҡҡан төтөн тура ҡарап өҫкә менһә, көн аяҙға - һыуыта. Әгәр төтөн ергә ятһа, көн йылыта.

*12 февраль ай ҡыҙарып торһа, көслө ел буласаҡ.

*Яҙ һыуыҡ килергә уйлаһа, февралдә төлкө эт кеүек олор.

*Әгәр ҡыштың был айы буранлы икән, августа ямғыр көт, ужым игене уңасаҡ.

*28 февраль боҙ һөңгөләре оҙон икән, яҙ ҙа оҙаҡҡа һуҙылыр.

 Фото: muslumirc.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас