Әммә бер мәл ҡыуыҡ шартлаған. Шул саҡ береһенең дә уның урынында булғыһы килмәгән.
Сәскәләр ҙә, ағастар ҙа, ел йолҡоп алып китмәһен, тип тамырҙары менән ергә нығыраҡ һыйынған. Еңел генә юғарыға үрләп, һабын ҡыуығы кеүек шартламаҫ өсөн тупраҡта ныҡ тотоп торған тамырҙарың, нигеҙең булырға тейеш шул.