-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Февраль 2022, 17:10

Һаранды йомарттан айыра алаһыңмы?

Ҡатын-ҡыҙ халҡы йыш ҡына тормош юлдашының һаранлығын, ғаилә ҡороп, йәшәй башлағыс ҡына төшөнә. Ә бына кейәүгә сыҡҡансы ир-егеттәрҙең һаранлығын нисек аңларға икән?..

Һаранды йомарттан айыра алаһыңмы?
Һаранды йомарттан айыра алаһыңмы?

Әгәр егетегеҙ “Бәхет – аҡсала түгел” тип бик йыш ҡабатлай икән, һағайығыҙ. Әлбиттә, бәхет ул - именлек. Яҡындарыңдың һау-сәләмәт булыуы, йәшәр ерең, эшең булыу һәм башҡалар. Байлыҡ һәм аҡса ла уңайлы тормоштоң синонимы булып тора. Әгәр буласаҡ кейәү һөйгән кешеһен бер шалашта ла ожмах икәнлегенә төшөндөрергә тырыша икән, тимәк, ул тырышырға, аҡса эшләргә йә иһә матур тормош өсөн аҡса туҙҙырырға теләмәй.

Ғаилә  ҡорорға теләгән ирҙең байрамдарҙа бүләк бирмәүе лә һағайтырға тейеш. Әлбиттә, һүҙ алтын-көмөш хаҡында бармай. Һаран булмаған кеше һөйгәнен нисек тә булһа ҡыуандырырға тырышалыр бит инде.

Ата-әсәһенә лә иғтибар итегеҙ. Әгәр улар бик экономиялы йәшәй икән, улдары ла шундай буласаҡ. Ә инде ябай ғына йәшәп ятҡан ата-әсәһенә көсө ташып торған кейәү егетенең бер нисек тә ярҙам итмәүе тағы ла насарыраҡ.

Һарандар хәлле, бай йәшәүселәрҙән көнләшеүсән була. Быға ла иғтибар итергә кәрәк. Уның күпләп аҡса эшләй алған кешеләргә асыуы килһә, уйланығыҙ – был һаранлыҡтың бер билдәһе.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: