+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Февраль 2022, 17:00

Нисек бәхетле булырға?

Бай ғына бер ханым ярлы йорт эргәһенән үтеп барғанда күңелле көлөшкән тауыштар ишетеп, ялсыһына:

Нисек бәхетле булырға?
Нисек бәхетле булырға?
– Бар, белеп сыҡ, ниндәй байрам икән уларҙың? – тигән.
– Бында урман ҡырҡыусы ғаиләһе йәшәй. Хужа бөгөн утын һатҡан, аҡсаһына бөтәһе лә туйғансы бутҡа ашаған. Шуға шатланалар, – тигән теге.
 
– Ә минең иремдең эштәре хөртәйә генә, – тип күңелһеҙләнгән ханым.
 
Тиҙҙән уның юлы тағы ла ошо яҡтарға төшкән. Йәнә күңелле көлөшкән тауыштар яңғыраған. Ялсыһы ул йортта ни бул­ғанын белеп килгән:
 
– Урман ҡырҡыусының улы тыуған! Өс балаһына ашарға етмәй, дүртенсеһенә ҡыуаналар.
 
– Ә минең ҡыҙҙарым тик мәшәҡәттәр тыуҙыра! – тип йәнә күңелһеҙләнгән ханым.
 
Өсөнсө тапҡыр был бәләкәй генә йорт эргәһенән үтеп барғанда, көлөшкән тауыштар ишетеп, ул үҙе ишек шаҡыған һәм уларҙың ни өсөн шулай ҡыуаныу­ҙарын һораған.
 
– Беҙҙең бөтәһе лә һәйбәт, шуға шатланабыҙ, – тип яуаплаған хужабикә.
 
Бай ханым, түҙмәйенсә, сихырсыға бар­ған. Урман ҡырҡыусының ғаиләһе тураһында һөйләгән дә:
 
– Был – ғәҙелһеҙлек! Минең тормошом тик ғазаптарҙан ғына тора, ә уларҙыҡы – тотош ҡыуаныстан, – тигән.
 
– Һинең байлығың да, ирең дә, аҡыллы ҡыҙҙарың да бар. Тағы ни кәрәк? – тип аптыраған сихырсы.
 
– Мине бәхетле ит! – тигән ханым.
 
– Эргәһендә булған бәхетте күрергә теләмәгән кешене мин бер нисек тә бәхетле итә алмайым, – тип көрһөнгән сихырсы.
 
https://yanshishma.com/articles/t-rbi-m-kt-be-/2021-05-20/nisek-b-hetle-bulyr-a-2261325
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: