-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Февраль 2022, 18:05

Киске ашҡа запеканка

Беҙгә 1200 грамм картуф, 250 грамм бешкән ит, 300 грамм сыр, 70 грамм томат пастаһы, бер баш һуған, 2-3 аш ҡалағы көнбағыш майы, тәмләткестәр (киптерелгән һарымһаҡ, базилик, ҡара борос, 2-3 аш ҡалағы йәшел әнис, тоҙ) кәрәк буласаҡ.

Киске ашҡа запеканка
Киске ашҡа запеканка

Итте алдан бешереп ҡуябыҙ. Ниндәй төрө булһа ла бара. Картуфты таҙартып, тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Унан пюре эшләйбеҙ. Сыр, йәшел әнис, ҡаймаҡ, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ. Бөтәһен бергә һәйбәтләп болғатабыҙ. Бына масса әҙер булды.

Артабан табала көнбағыш майында һуғанды ҡыҙҙырабыҙ. Томат пастаһы өҫтәйбеҙ. Уны картуф ҡатнашмаһына ҡушабыҙ. Шунан форманы майлағас, картуф ҡатнашмаһының яртыһын һалабыҙ. Ҡалаҡ менән тигеҙләп сығабыҙ. Икенсе ҡатына ит һалабыҙ, өсөнсөһөнә ҡалған картуфты йәйәбеҙ. Өҫтөнә ҡырылған сыр һибәбеҙ.

Запеканканы мейестә 175 градуста 20-30 минут бешерәбеҙ. Өҫтөн йәшел әнис менән биҙәргә була. Өҫтәлгә ҡаймаҡ менән бирәләр.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: zen.yandex.ru              

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: