+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Февраль 2022, 12:00

Миңдәрең ни һөйләй?

Уң яҡ  ирен өҫтөндә миңе булған ҡатын-ҡыҙҙар аҫтыртын, уҫал һәм хәйләкәр була. Улар бик һөйкөмлө, үҙҙәренә тиҙ ҡаратыусан, әммә бер аҙ дыуамал кешеләр. Ғәҙәттә үҙҙәренә тормош иптәше итеп ихтыярһыҙ, йомшаҡ, баҫалҡы ир-атты һайлайҙар.

Миңдәрең ни һөйләй?
Миңдәрең ни һөйләй?

Танау осондағы миң һеҙҙең аралашыусан, шат күңелле, уйын-көлкө яратыусы кеше икәнлегегеҙҙе күрһәтә. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙа әлеге миң – еңел аҡыллыҡ, елбәҙәклек билдәһе. Ундайҙарға барыһы да еңел бирелә, тормошта билдәле бер максаттары булмай. Бөгөнгө көн менән генә йәшәйҙәр.

Эйәк янында миңдәре булған кешеләр теге йәки был осраҡтарҙа нимә эшләргә кәрәклеген башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ белә. Улар кәңәш бирергә ярата һәм күп осраҡта аҡыллыһын да биреп ҡуя. Сер һаҡлай беләләр. Ундайҙарҙан бына тигән адвокат сыға.

Эйәгендә миңе булған ирҙәр – хакимлыҡ итергә яратыусы кешеләр. Тормошта үҙҙәренә ни кәрәклеген бик яҡшы белә. Үҙ маҡсатына ирешеү өсөн барыһына ла әҙер.

Шундай уҡ миңе булған ҡатын-ҡыҙҙар кире, үҙ һүҙлеләр. Күп осраҡта һүҙҙәренән кире ҡайтарыу мөмкин түгел. Миңдәр эйәктә күберәк булған һайын. Шул тиклем кирерәк булалар. Әммә әлеге сифат ҡатын-ҡыҙҙың карьераһында ыңғай роль уйнарға ла мөмкин.

Һул яҡ сикәләге миң бик хисле һәм нескә күңелле кешеләрҙә була. Уларҙың хәтере насар. Бындайҙарҙың төштәре йыш ысынға тап килә.

Уң сикәләге миң – яҡшы интуиция һәм алдан күрә белеүсәнлек билдәһе.

Яңаҡ һөйәгендәге миң – тәүәккәл кешеләрҙә була. Бар ғүмерҙәрен үҙ идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн  көрәшергә бағышларға әҙер.

Баштың сәсле өлөшөндә миңе булғандар быны белмәҫкә лә мөмкин. Баш түбәһендәге миң бөйөк аҡыл эйәләрендә була. Әгәр ҙә миң баш артында булһа, ундай кешеләр аҫтыртын һәм ышаныс тыуҙырмағандар.

Ҡолағында миңлеләр – маҡсатлы, үҙҙәренең яҡшы сифаттарын күпертеп күрһәтергә яратыусылар.

Әгәр миң ҡолаҡ эсендә булһа, ундай кешеләр нерв ауырыуҙары һәм матдәләр алмашыныуының боҙолоуы менән интегергә мөмкин.

Фото: mathrubhumi.com

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: