-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Февраль 2022, 11:00

Ни өсөн өйрәктең аяғы өшөмәй?

Тышта ниндәй генә сатлама һыуыҡ булмаһын, өйрәктәр тәпәйҙәре менән боҙға ҡатып ҡалмай, хатта бик оҙаҡ ваҡыт хәрәкәтһеҙ торһа ла. Һалҡында тимергә тел тейҙереп ҡарағанығыҙ бармы? 

Ни өсөн өйрәктең аяғы өшөмәй?
Ни өсөн өйрәктең аяғы өшөмәй?

Тел секунд эсендә металға йәбешә. Дөрөҫ, телде өшөткән һеләгәй элпәһе тиҙ ирей. Әгәр өйрәктәрҙең аяҡтары йылы булһа, улар боҙ һәм аяҡ ярылары араһында йоҡа ғына һыу ҡатламы барлыҡҡа килтереп, ҡоштарҙың тәпәйҙәре бик ныҡ һалҡында боҙға ҡатып ҡалыр  ине.

Был йорт ҡоштарының тәпәйҙәрен инфраҡыҙыл күҙлек аша ҡараһаң, боҙ кеүек һалҡын булыуы һиҙелә. Тире температураһы нолгә тигеҙ. Күп кенә хайуандарҙыҡы кеүек, минуслы температурала һыуҙа йөҙөргә мәжбүр ҡош-ҡорттарҙың да үҙенсә һаҡланыу системаһы бар.

Ғалимдар был принципты “кире ағым” йәки йылы алмашыныуы, тип атай. Өйрәктәрҙең аяҡтарындағы артерияларға йөрәктән кислород менән тулыландырылған ҡан килә, ә тамырҙар буйлап һалҡын, боҙҙа туңған һәм углекислотаға бай ҡан күтәрелә. Ошо өлөштәрҙә артериялар һәм тамырҙар бер-береһе менән бик тығыҙ “үрелеп” урынлашҡан. Тимәк, ҡайнар артериаль ҡан тамырҙағы һалҡын ҡан менән ҡушылып, нолгә тиклем һыуына. Шулай булғас, был ҡоштарҙың аяҡтары һыуыҡтан түгел, ә тәбиғәттән шулай һалҡын.

Дөрөҫөрәге, ҡаты һалҡындар булғанда ла тәпәйҙәрендәге ярылар нолдән дә түбәнерәк төшөп һыуына алмай. Өйрәктең аяҡтары өшөмәй һәм был ҡош өсөн бик мөһим. Һалҡын “табандары” үҙ аҫтындағы боҙҙо иретмәй, шуға күрә йоҡлаған ваҡытта боҙға ҡатып ҡалыу ҡурҡынысы юҡҡа сыға. Ҡоштоң тән йылыһы ла боҙҙо йылытмай, сөнки йылы эскә йыйыла. Тимәк, һалҡын аяҡтары менән өйрәк үҙенә энергия ғына һаҡлап ҡала.

Фото: pixabay.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: