“Артығын әйтеп ташлаһам? Бик маҡтап боҙоп ҡуйһам?” – тип борсолаһығыҙмы? Буш урында күп һөйләнеп ултырһағыҙ, шулай ҙа булырға мөмкин. Ир-атты ниндәйҙер эш-ғәмәле өсөн дәртләндерергә кәрәк. Юғиһә, ир үҙен маҡтауға лайыҡ түгел тип һанаясаҡ, һеҙ уны йәлләп кенә шулай ҡылана, тип уйлап ҡуйыуы бар. Йә киреһенсә, тиктомалға маҡтауға өйрәнеп китәсәк тә танауын күтәрәсәк. Ә инде ир ниндәйҙер эш эшләне икән, матур һүҙҙәрегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Ауыр сумканы күтәреп ҡайтыуымы? Сүп биҙрәһен сығарып түгеүеме? Исмаһам, сәйнүккә һыу тултырып ҡуйһа ла, иң шәп комплиментарҙы ҡыҫтыра-ҡыҫтыра рәхәтләнеп маҡтағыҙ. Күреп торорһоғоҙ, ир-ат бындай матур һүҙҙәрҙе ишетер өсөн тағы ла тырышып эшләйәсәк!
Фото: https://pixabay.com/ru/