-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Февраль , 17:05

Картуф менән тефтели

Ошондай туҡлыҡлы ла, тәмле лә ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Йома кистәрегеҙ мөбәрәк, табындарығыҙ түңәрәк, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!

Картуф менән тефтели
Картуф менән тефтели
Әҙерләү өсөн бер килограмм картуф, 450 грамм фарш, 60 грамм дөгө, бер һуған, 170 грамм ҡаймаҡ, бер аш ҡалағы кетчуп, ике-өс тырнаҡ һарымһаҡ, тоҙ, борос кәрәк.
 
Башта соус эшләйбеҙ. Ҡаймаҡ менән кетчупҡа ваҡланған һарымһаҡ, тоҙ, борос өҫтәп бутайбыҙ. Шунан картуфты таҙартып, өлөштәргә бүлеп, тоҙ, ҡаймаҡ ҡатнашмаһы ҡушабыҙ. Артабан фаршҡа бешкән дөгө ярмаһы, ваҡланған һуған, тоҙ, борос һалып, һәйбәтләп бутайбыҙ. Әҙер фарштан тефтелиҙар эшләйбеҙ. Форманы үҫемлек майы менән майлап, яртыһына - тефтелиҙарҙы, икенсе өлөшөнә картуфтарҙы теҙеп, ҡалған соусты һибеп, 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә өҫтөн фольга менән ҡаплап бер сәғәт тирәһе бешерәбеҙ.
 
Шунан фольганы алып, өҫтө ҡыҙарғансы тотабыҙ. Әҙер ризыҡты өҫтәлгә салат менән ҡуйырға мөмкин.
 
Ашығыҙ тәмле булһын!
 
Фото: Twitter
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в