+13 °С
Болотло
Шул уңайҙан, апрелдә республиканың Дәүләт Йыйылышында уҡытыусыларға бюрократик йөкләмәне кәметеүгә арналған парламент тыңлауҙары үткәреү планлаштырылған. Спикер Константин Толкачёв тыңлауҙарҙы әҙерләү буйынса эшсе төркөм ойоштороу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Уны вице-спикер Тамара Танһыҡҡужина етәкләй.
“Әҙерлек барышында күп ҡырлы анализ яһарға кәрәк буласаҡ. Картина тулы һәм дөрөҫ булырға тейеш. Педагогтар үҙҙәренең төп бурыстары менән шөғөлләнергә бурыслы, ә артыҡ ҡағыҙ мәшәҡәтенән уларҙы азат итергә кәрәк. Отчет документтары исемлеген яңынан ҡарап сығып, иҫкергән формаларын юҡ итегә кәрәк”, – тине Спикер.
Фото: Яндекс.Дзен