+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Февраль 2022, 12:00

Егәрленең эше ырамлы

Иглин районының Үктәй ауылында йәшәүсе Фәттәховтар ғаиләһе үҙҙәренең теплицаһында 170 мең төп Ләлә сәскәһе үҫтергән. Был эш менән улар биш йыл элек шөғөлләнә башлай.

Егәрленең эше ырамлы
Егәрленең эше ырамлы

Ә был сама сәскәне быйыл тәүге тапҡыр үҫтергәндәр. Сәскәләрҙең 24 төрө бар.Орлоҡ һуғандарын улар туранан-тура Голландиянан һатып ала. Ләлә үрсетеү шөғөлө менән Илүзә Фәттәхова күптәнән янып йөрөй һәм тормош иптәше Рөстәмдең ярҙамы менән хыялын тормошҡа ашыра. Башта ҙур булмаған теплицала ике мең төп, һуңынан 4, 16, һәм бына быйыл улар 170 мең Ләлә үҫтергәндәр. Сәскәләргә һорау бик ҙур, ти Фәттәховтар. Улар үҙ продукцияһын күбеһенсә күмәртәләп һата, яҙғы гөлләмәләрҙе берәмләп һатып алырға теләүселәрҙе лә буш ҡул менән ебәрмәйҙәр.

Фото: скриншот

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: