Был хаҡта «Изгелек» хәйриә фонды президенты Зарина Ғайсина: ”Кемдер балалар өсөн аҡса йыйыу йәшнигенә алтын туй балдағын һалып киткән”, – тип әйтте. Биҙәүесте ирекмәндәр тапҡан. Шулай уҡ, ул йәшниктең Киров урамындағы «Пышка» кафеһында ҡуйылыуын билдәләне. Фонд балдаҡ хужаһына ныҡлап уйлар өсөн ваҡыт бирергә ҡарар итте. Әгәр бер кем дә балдаҡты алмаһа, уны ломбардҡа тапшырасаҡтар, ә һатыуҙан килгән аҡсаны «Изгелек» фонды тәрбиәләнеүселәрен дауалауға йүнәлтәсәктәр.
Фото: project1785442.tilda.ws