+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Март 2022, 11:00

Кемдәрегеҙ мартта тыуған?

Был айҙа тыуғандар ярҙамсыл, игелекле була. Ә иң матур сифаттарының береһе – намыҫлылыҡ, кешеләрҙе, өлкәндәрҙе хөрмәт итә белеү.

Кемдәрегеҙ мартта тыуған?
Кемдәрегеҙ мартта тыуған?
Тик кәйефтәре бик тиҙ үҙгәреүсән, бер ҙә юҡҡа үпкәләп, оҙаҡ ваҡыт асыуланып йөрөргә мөмкиндәр. Ҡайһы ваҡыт уларҙы йылмайтыу өсөн дә көс һалырға кәрәк икән. Ә үҙҙәре етеҙ, хәрәкәтсәндәр бит әле, әммә йыш ауырып барыусандар. Бигерәк тә аллергия, тын алыу системаһы сирҙәре борсорға мөмкин. Күп уҡып һәм күпте белергә теләп, сәйәхәт итергә яраталар, музыкаға һәләтлеләр. Тағы ла бер яҡтары – үҙаллы эшләргә яраталар, ә команда менән түгел. Был айҙа тыуған кешеләрҙән юрист, археолог, уҡытыусы, шофёр, шәп спортсылар сығасаҡ.
Мартта тыуғандар ике йондоҙнамәгә ҡарай – Балыҡ һәм Ҡуҙы. Икеһенең лә уңышының төп ҡағиҙәһе – уларға иғтибар бүлеү һәм сабырлыҡ күрһәтеү.
 
Фото интернет селтәренән.
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: