+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Март 2022, 13:00

Аҙымыңдан таныйым

Кешенең йөрөшөнә, аяҡ кейеменә ҡарап, уның кем икәнлеген, характерын белеп була, тиҙәр. Йәше, кәйефе, темпераменты, үҙен кеше араһында тотоуы ла шуның менән бәйле.

Аҙымыңдан таныйым
Аҙымыңдан таныйым
Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған әҙәм тураһында һәйбәтерәк белгегеҙ килһә, уның йөрөшөнә иғтибар итегеҙ.
*Һалмаҡ ҡына атлап йөрөүсе һәр ваҡыт аҡыл менән эш итергә күнеккән.
*Үксәләләрен эске яҡҡа ҡаратып баҫҡан кеше тирә-йүнгә бик иғтибарлы, тынғыһыҙ. Ул барыһын да күрә, ишетә, шат күңелле, тиҙ аралашыусан, ҡай ваҡыт бик бәйләнсек тә.
*Йөрөгәндә ҡулдарын бик ҡаты һелкетһә, ундай кеше хәрәкәтсән, киң күңелле, маҡсатҡа ынтылыусан була.
*Ә йөрөшө еңел һәм матур булғандар – идеаль кеше, имеш.
*Аяҡтарын ауыр итеп өҫтөрәп, ә ҡулдары атлағанда һәленеп йөрөгән кешенең ихтыяр көсө юҡ.
*Бейегәндәге кеүек йөрөш еңел аҡыллыларға хас. Улар вәғәҙә бирергә яраталар, ә уны бер ҡасан да үтәмәйҙәр, етмәһә, маҡтансыҡтар ҙа.
*Ваҡ-ваҡ ҡына итеп атлап йөрөүселәр үтә ваҡсыл һәм аҙ аралашыусан була.
*Йыуаш кешеләр, ғәҙәттә, сайҡала биреберәк йөрөгән һымаҡ, аҙымдары тотороҡһоҙ, йә ашығалар, йә, киреһенсә, яй атлайҙар.
*Ҡараштары тиҙ үҙгәреүсәндәрҙең аяҡ кейемдәренең табан аҫты тиҙерәк туҙа.
 
Фото: вконтакте24.рф
 
 
 
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: