-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Март 2022, 15:00

Шәкәргә ни өсөн хаҡ арта?

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа министрлығына ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуы һәм уларҙың магазиндарҙа кәмеүе тураһында мөрәжәғәт итәләр. Был, айырыуса, шәкәргә ҡағыла. 

Шәкәргә ни өсөн хаҡ арта?
Шәкәргә ни өсөн хаҡ арта?

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев аңлатма бирә:

- Хаҡтарға әйбергә ихтыяж, һорауҙың күпме булыуы, етештереү йәһәтенән өлгөрөү, уның өсөн күпме сығым китеүе, һаҡлау, алып килеү, төрөү яғынан ҡатмарлыҡтар йоғонто яһай, - тине ведомство башлығы. Ул шулай уҡ хаҡтарҙың күтәрелеүенә халык тарафынан юғары һорау булыуы тәьҫир итә тип белдерҙе. Сауҙа нөктәләре билдәләүенсә, һуңғы көндәрҙә тап шәкәр һатып алырға теләүселәр кинәт артҡан. Һатыусылар келәттәрҙән сығарып магазин кәштәләренә һалып өлгөрмәйҙәр. 

Шулай уҡ күп кенә аҙыҡ-түлек етештереүселәр ошоға тиклем сит ил етештереүселәре менән хеҙмәттәшлек иткән. Ә хәҙер бындай мөмкинлек булмағас, шәкәрҙе үҙебеҙҙекеләрҙән алырға тура килә. Был да һорауҙы арттыра һәм бер аҙ хаҡ күтәрелеүенә булышлыҡ итмәйенсә ҡалмай.

- Етештереүселәр, дистрибьютор, ритейл менән эшлекле осрашыуҙар үткәрҙек. Улар әйтеүенсә, тап юғары һорау булғанға ла шәкәргә хаҡ күтәрелгән. Был ҡыҫҡа арала магазин кәштәләрен тулыландырырға ярҙам итәсәк. Ә инде ошо хәлдәрҙән файҙаланып намыҫһыҙ рәүештә хаҡ арттырыусылар менән айырым эш алып барыласаҡ, тине ул.

Фото: pronedra.ru

https://shonkar.com/news/%D0%9E%D0%BB%D0%B8%D0%BC%D0%BF%D0%B8%D0%B0%D0%B4%D0%B0/2022-03-10/sh-k-rg-ni-s-n-ha-arta-2721797

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: