+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Март 2022, 16:00

Ялҡаулыҡ бәләһе

Бер фәҡир кеше йәшәгән. Көн күргән өйө лә бигерәк насар икән – үҙе бәләкәс, бысраҡ, донъя тулы керләнеп бөткән әйберҙәр тулып ятҡан, түбәһен үрмәксе ауы һырып бөткән, ти.

Ялҡаулыҡ бәләһе
Ялҡаулыҡ бәләһе
Хатта бер мөйөштә сысҡандар ҙа оя ҡорған. Күрше-тирәһе лә был хәйерсенең өйөнә инеп йөрөмәгән.
Бер көндө уға иҫ киткес матур сәскә һауыты бүләк иткәндәр.
– Был көршәк миңә нимәгә инде, һатһам, аҡсаһы булыр, исмаһам, – тип баҙарға юллана.
Тик ни эшләптер уйы килеп сыҡмай. Ул кире өйөнә борола. Юлда сәскә өҙөп алып, ҡайтыу менән уны шул һауытҡа ултырта. Өй йәмләнеп киткәндәй була.
– Ҡара әле, шундай гүзәллекте үрмәксе ауы йәмһеҙләп тора, – тип йортон йыйыштыра башлай. Тәүҙә тараҡан, сыс­ҡандарын бөтөргән, мейесен аҡлаған, иҙән-түбәләрен ялтыратып йыуғас, өйөнөң эсе матурайған да киткән!
Бына шул мәл тәрән уйға ҡалыр­һың да инде. Әллә был кешегә тылсымлы һауыт бүләк иткәндәр, әллә өйҙәге бысраҡлыҡ, емереклек бөтөнләй ҙә хәйерселек түгел, ә ялҡаулыҡ бәләһеме икән?
 
Фото: onli-vk.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: