+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Март 2022, 15:00

Хәтерең һәйбәтме?

Хәтер насараймаһын, ә тик һәйбәтләнһен өсөн уны нығытырға һәм үҫтерергә кәрәк. Әйҙәгеҙ әле, бер нисә күнекмәгә күҙ һалайыҡ.

Хәтерең һәйбәтме?
Хәтерең һәйбәтме?
*Һәр береһенә һүҙ әйтеп, алфавиттың бар хәрефен тиҙ генә атап сығығыҙ (а – алма, б-бармаҡ...)
*Бер хәрефкә башланған 20 һүҙ әйтегеҙ, уларҙы номерлап барығыҙ (1 – итек, 2 – ишек, 3 – ирис...)
*Уң ҡул менән яҙаһығыҙ икән, һуңынан һулы менән дә.
*Ҡараңғы бүлмәлә йөрөһәң, был алым иғтибарҙы арттырыр.
*Уҡырға йә эшкә барғанда, таныш булмаған юлдан йөрөһәң, һәйбәтерәк булыр, баш мейеһе эшсәнлеге яҡшырыр.
*Магазинға ингәс, калькулятор ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ. Хәтерҙән ҡушыу, алыу әлеге лә баяғы баш мейеһен һәйбәт эшләтә.

Нимәләр ашарға һуң?

Кишерҙе ҡырып, үҫемлек майы менән бутап ашарға кәңәш ителә. Актёрҙар һәм йырсылар хәтерҙәрен ананас һуты эсеп яҡшырта икән. Ә сит телдәрҙе өйрәнеүселәргә лимон, әфлисун һутын даими ҡулланыу файҙалы. Авокадо, һуған, сәтләүек, кәбеҫтә лә баш мейе эшмәкәрлеген яҡшыртып, хәтерҙе нығыта.
Ә шулай ҙа дөрөҫ туҡланып, баш мейеһен һәйбәт эшләтәйем тиһәң, күнегеүҙәр яһаһағыҙ, башығыҙ ҙа эшләр, хәтерегеҙ ҙә шәп булыр!
 
Фото: vк.com
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: