-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Март , 14:00

Үҙебеҙҙең йәнһүрәт

Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәр һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары ярҙамында төшөрөлгән “Суворов. Бөйөк сәйәхәт” тигән анимацион фильм тиҙҙән прокатҡа сығасаҡ.

Үҙебеҙҙең йәнһүрәт
Үҙебеҙҙең йәнһүрәт

"Союзмультфильм" белдереүенсә, геройҙарҙы тауышландырыусы актёрҙар составы үҙенсәлекле. Александр Суворовты Константин Хабенский тауышландыра, шулай уҡ Филипп Киркоров, Антон Макарский, Наталья Быстрова һәм башҡалар йәлеп ителгән. 

Йөкмәткеһенә килгәндә, Гриша исемле йәш егеткә һөйгәне Сонянан айырылып, Швейцарияға хәрби поход ваҡытында Суворов етәкселегендәге полкта хеҙмәт итергә тура килә.  

Был тарихи ваҡиғаларға таянып төшөрөлгән йәнһүрәтте ғаилә менән ҡарарҙар, тип көтөлә.

Фото: youtube.com/ Central Partnership 

Эльвира Әсәҙуллина.
https://yanshishma.com/news/byl-donyala-ni-r-bar/2022-03-16/ebe-e-y-n-r-t-2730334
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в