+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Март 2022, 13:00

Һайт, ҡара юрғам ...

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, кешенең ат менән дуҫлығы беҙҙең эраға тиклем 5000 йылдар элек башланған. Был хаҡта тау ҡыуыштарында яһап ҡалдырылған боронғо һүрәттәр һөйләй.

Һайт, ҡара юрғам ...
Һайт, ҡара юрғам ...
* Ер шарында был хайуанды иң ҡыҫҡа һүҙ менән әйтеп йөрөүселәр – төрки халыҡ, беҙ уны ат тибеҙ. Иң оҙоно – Көньяҡ индеецтар телендә – "Оквилаупаракламарукоаллунакланата".
* Ат төштө төҫлө итеп күрә.
* Сәғәтенә 60 километр тиҙлек менән саба һәм 2,5 метр бейеклеккә һикерә ала.
* Күҙ, морон, ирен, эйәк, ҡолаҡ тирәһендә урынлашҡан оҙон төктәре (антенналары) ярҙамында һиҙә.
* Был хайуан яҡындан бик яҡшы күрә: хатта кешенең ым, ишараһын да тоя, ә алыҫтан – насар. Ат алды, артты, уңды, һулды, аҫты, өҫтә нимә барын тигеҙ итеп күрә. Ҡояш яҡтыһы уның күҙен сағылдырмай.
* Аттың иң ҡурҡҡан йән эйәһе бал ҡорто икән. Әгәр бер юлы тиҫтәләп ҡорттан сағылһа, бахырҡайыңдың үлеп ҡуйыуы ла бар.
* Ә быныһын беләһегеҙҙер инде – ат баҫып йоҡлай.
 
Фото: goodfon.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: