+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Март 2022, 10:00

Бөгөн – Таксистар көнө

Такси һүҙе француздарҙың "такс" һүҙенән алынған, йәғни "түләү" тигәнде аңлата.

Бөгөн – Таксистар көнө
Бөгөн – Таксистар көнө
1907 йылдың 22 мартында Лондон урамдарында махсус һанағыстар менән йыһазландырылған беренсе машиналар юлға сыға. Ана шул һанау аппараттарын “таксиметр” тип йөрөткәндәр. Рәсәйҙә лә шул уҡ йылды күренә башлай улар. 1912 йылда Мәскәүҙә барлығы 230 такси машинаһы йөрөгән. Ә төҫтәренә килгәндә, Лондонда – ҡара, Германияла – көрән, Таиландта – алһыу , Сингапурҙа асыҡ зәңгәр икән. Вьетнамда таксиҙың иң экологик төрө лә бар – филгә ултырып йөрөү.
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: