Ҡуҙы көнкүреш мәшәҡәттәрен күрә алмай, уның ҡарауы, өҙлөкһөҙ яныңда өйөрөлә, ҡыуһаң да китмәй, яңынан-яңы идеялар менән туҡтауһыҙ йәнеңә тейә. Үҙе теләмәгән нәмәне унан эшләтеү мөмкин түгел тиерлек. Әммә бер бәләкәй генә хәйлә бар: башҡа кеше быны һинән яҡшыраҡ эшләй, тип әйтегеҙ. Ҡуҙы шунда уҡ өҫтөнлөгөн иҫбат итер өсөн ҡырҡҡа бөгөлә.
Ҡуҙыға зодиак билдәләренең шаян ҡылыҡһырламалары хас. Үҙ тигәнен булдырыу өсөн уға тиңдәр юҡ. Һарыҡ Африкала ла һарыҡ, ҡырып-емереп джунгли аша туранан-тура атлай. Ҡуҙыны бында ракета менән тиңләргә мөмкин – шундай уҡ ныҡышмалы эш итә, артыңдан йөрөй башлаһа, унан тиҙ генә ҡотолормон тимә. “Һин һөйкөмлө, мин һинән дә һөйкөмлөрәк, шайтан алғыры, шулай булғас, ниңә һуҙырға?” – мөхәббәттәге девизы шундай.
ЮЛАМАН.