+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Март 2022, 16:00

Ғибрәтле әйтемдәр

*Энә тупаҫланған ине инде, әммә мөмкинлек сығыу менән барыбер бармаҡты сәнсеп алды. *Дан-шөһрәттә ҡойонғанда алыҫҡа йөҙөп кереүҙән һаҡланығыҙ.

Ғибрәтле әйтемдәр
Ғибрәтле әйтемдәр

*Уйҙар, фекерҙәр киләләр ҙә китәләр, ә баш ҡала.

*Яҡшы тормошта рәхәт сигеп йәшәргә теләүселәр күп, ә яҡшы итеп эшләй белеүселәр һирәк.

*Башһыҙ килеш тә башлыҡ булып була.

*Тормош ҡиммәт түгел, ә беҙ осһоҙ.

*Күп белһәң ҡартайырға ла бирмәҫтәр.

*Матриархаттан бер әбейҙәр сыуағы ғына ҡалды.

*Ул алманың бешеп ауыҙына төшкәнен көтмәне, бешкәнен складтан һайлап алды.

*Атай-әсәй елкәһендә ултырғанда, ул үҙ аяҡтарында баҫып тороуҙың кәрәген тапманы.

Кәшфразый КАМАЛ.

Фото: http://www.tatyash.ru/index.php?issue=10324&file=83.htm

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: