-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Март 2022, 13:00

Башҡаларҙы ҡыуандырып йәшә!

Мәҫәл (Талант, абруй, дәрәжә кешегә бит Хоҙайҙан маҡтанып йөрөр өсөн түгел, ә улар ярҙамында башҡаларға ҡыуаныс, шатлыҡ, күңел йылылығы бүләк итер өсөн бирелә).  

Башҡаларҙы ҡыуандырып йәшә!
Башҡаларҙы ҡыуандырып йәшә!

Ромашкалар, күк сәскәләр араһында ҡиәфәте менән береһенә лә оҡшамаған бер гөл үҫеп сыҡҡан: энә менән ҡапланған һабаҡтағы эре, матур, ҡуйы ҡыҙыл бөрөһөнә ҡарап, бар тирә-йүн уның асылғанын көткән. Ә ул тегеләрҙе юрый ирештереп, һаман оҙаҡлаған, йәнәһе, һоҡланырығыҙ алда әле.
Бына бер ҡояшлы иртәлә сәскә һаҡ ҡына бәрхәт таждарын ҡыймылдата башлай.
– Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ, ниндәй зифа буйҙары, һылыулығы! Аңҡып торған хуш еҫе-е,– тип шыбырлашҡан барыһы ла.
Ысынлап та, сихри еҫ әллә ҡайҙарға тиклем таралған, хатта бынан алыҫта үҫкән үләндәр ҙә яңы бер гөл барлығын тойған.
Атып килгән сәскә быларҙың һоҡланыуын күреп, тағы ла маһайыбыраҡ киткән.
– Мин – Рауза, – ти эре генә һәм шунда уҡ үҙенә ҡарата айырым иғтибар бүлергә ҡуша. Йоҡонан уянғанда һәр көндө барыһының да: «Хәйерле иртә!», кискеһен «Тәмле йоҡо!» – тип теләүҙәрен талап иткән. Шулай тейеш, тип уйлаған. Яҡшы күңелле сәскәләр был күренешкә бер ҙә аптырамаған. Араларында шундай матурҡай барлыҡҡа килеүенә шатланып, ихлас күңелдән эштәрен башҡарған. Хатта бөжәктәр, ҡоштар, күбәләктәр ҙә уға ярарға тырышып, эҫе көндө ҡанаттары менән елпеп торған, эсеренә һыу алып килгән.
Белмәйем, был хәл оҙаҡҡа барыр инеме икән, бер көндө болонға Турғай осоп килмәһә. Көйһөҙ Рауза хаҡында күптән ишетеп, үҙ күҙҙәре менән күрергә уйлаған. Ситтән генә көнө буйы аҡландағы хәлде күҙәтеп йөрөгән, башҡаларҙың был сәскә тирәһендә ялсы кеүек быжғылдашҡандарын ҡарап торған да:
– Ни эшләп һеҙ уға хеҙмәт итәһегеҙ? – тигән.
– Бик бәләкәс бит әле ул, – тип яуаплаған аҡланда йәшәүселәр.
Шулай ҙа кискеһен барыһына эйәреп, Турғай ҙа тыныс йоҡо һәм тылсымлы төш күреүен теләгән.
…Йоҡомһорап барған Рауза ҡапыл таныш түгел ергә барып сыҡҡан. Эҫе ҡояш аҫтында ҡоро ерҙә бер ни ҙә үҫмәй, ти. Бер кем дә хәйерле иртә менән тыныс йоҡо теләмәй. Ҡоштар, күбәләктәр ҙә уға иғтибар итмәгән. Ҡыҫҡаһы, элекке хөрриәт тормошонан бер ни ҙә ҡалмаған, ти.
Раузаға бик ҡыйын булып китә. Баҡтиһәң, эш барыһы ла һоҡланған һылыулығында ла түгел икән. Иптәштәренән башҡа ул бер үҙе генә йәшәй алмағанлығын аңлаған. Быға тиклем дуҫтарының көн дә үтәгән ябай ғына эштәрен дә күрмәгән: йомшаҡ йәшел үлән уның тамырҙарын эҫе ҡояш нурынан, төнгө һал­ҡындан һаҡлаған. Ағастар күләгә биргән, ҡыуаҡтар елдән ҡурсалаған. Ҡоштар, себен-бөжәктәрҙең фай­ҙаһы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
«Ни өсөн? – тип аптырашта ҡалған гөл. – Улар бит быларҙы һылыулығым арҡаһында башҡарған. Хуш еҫ аңҡытып, күҙ яуын алдырып ултырыуҙан ни файҙа һуң, әгәр ҙә үҙем башҡаларҙы ҡыуандырмаһам? Был донъяға сибәр булып тыуыр өсөн бер нәмә лә эшләмәнем бит. Хоҙай мине шулай яралтҡан, ниндәй матурмын, ә үҙем аңрамын...».
– Юҡ, юҡ, улай йәшәгем килмәй. Хатаны төҙәтергә кәрәк, – тип ҡысҡырып ебәрә ул. Һәм үҙ тауышынан уянып китеп, был хәлдең йоҡоһонда икәнлеген аңлай.
Аһ, был бары тик төш булған икән. Бөтә сәскәләр ҙә иртәнге ысыҡ тамсыларына күмелеп, рәхәтләнеп йоҡлай. Рауза уларҙы тәүге тапҡыр иғтибар менән һоҡланып күҙәтә. «Баҡтиһәң, эргәмдә береһенән-береһе матур иптәштәрем үҫеп ултырған, ә мин үҙемдең матурлығым менән маһайып, быға иғтибар ҙа итмәгәнмен».
Таңғы ҡояш нурына яйлап ҡына баштарын ҡал­ҡыта башлаған сәскәләрҙең һәр береһен ул: «Хәйерле иртә!» – тип сәләмләй. Ҡайһы берәүҙәр был хәлгә аптырап китә, ә шулай ҙа йылмайып яуап ҡай­тара.
Шундай матур күренештән Рауза ҙур ҡәнәғәтлек кисерә һәм ул үҙен тағы ла сибәрерәк, нәзәкәтлерәк итеп тоя. «Башҡаларҙы ҡыуандырып йәшәгәндә, үҙең күпкә бәхетлерәк булаһың», тигәнде аңлай. Талант, абруй, дәрәжә кешегә бит Хоҙайҙан маҡтанып йөрөр өсөн түгел, ә улар ярҙамында башҡаларға ҡыуаныс, шатлыҡ, күңел йылылығы бүләк итер өсөн бирелә.

Фото интернет селтәренән.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: