-33 °С
Ясна
Бының өсөн беҙгә:
- кер һабыны, киҫәктең 1/5 өлөшө;
- аш-һыу содаһы;
- аш һеркәһе кәрәк буласаҡ.
Һабынды кырғыстан үткәреп ҡуйығыҙ. 1 стакан йылы һыуға 1 аш ҡалағы аш һеркәһе, 2 сәй ҡалағы сода һалығыҙ ҙа ошо ҡатнашманы алдан әҙерләнгән һабын өҫтөнә һалып, яҡшылап болғатығыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы духовка эсенә, ишектәренә һөртөгөҙ һәм 2 – 3 сәғәткә ҡалдырығыҙ. Һуңынан губка менән дә йыуып алып буласаҡ.
Әйткәндәй, шашлыҡ бешерә торған сетка, шампурҙарҙы ла, табаларҙы ла ошо рәүешле таҙартырға мәмкин.
Фото: YouTube