Тәүҙә ата сыйырсыҡ килә. Үҙенсә һайраған була, тик уның йыры моңһоуыраҡ килеп сыға. Инә ҡошсоҡ ҡайтҡас, бергәләшеп илһамланып йырлайҙар. Икенсе ҡош тауыштары ла сығара беләләр икән: ҡарға ҡарҡылдауы, ҡарлуғастың сырылдауы, хатта ҡолон кешнәгән һымаҡтарҙы ла ишетергә мөмкин.
Сыйырсыҡ зәңгәрһыу төҫтәге йомортҡа һала. Балаһының ауыҙы ҙур, томшоғоноң ситтәре һары төҫтә була. Ҡараңғы ояла ата-инәләре шул томшоҡтарынан таба ла инде. Ә балаларын туйындыру өсөн көнөнә 300-350 бөжәк алып ҡайта. Һәр ике минут һайын ем һорап тора икән тегеләр. Шулай итеп, тәбиғәтте зарарлы бөжәктәрҙән дә таҙарта бит улар. Ә төрҙәренә килгәндә инде: брамин сыйырсығы, ҡыҙыл томшоҡло, ябай, сыбар, алһыу төҫтәге, һоро башлылар була.