+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Март 2022, 16:00

Теләгең ҡабул булһын тиһәң...

Бына ҡыҙыҡ, теләктәр ҡабул була торған билдәле бер көндәр һәм сәғәттәр бар икән.

Теләгең ҡабул булһын тиһәң...
Теләгең ҡабул булһын тиһәң...
Үҙеңә кәрәк ваҡытты ай календары һәм сәғәт буйынса тура килтерергә була. Астрологтар әйтеүенсә, айҙың 1-се, 7-се, 11-се көндәре иң уңышлылары һанала: беренсе көн киләһе ай программаһына нигеҙ һалына. Был көндө үҙ теләктәрең тураһында уйларға һәм пландарҙы тормошҡа ашырыуға беренсе аҙымдар яһарға кәңәш ителә. Етенсе көн – күп төрлө көскә эйә. Теләкте әйткәндә һаҡ булырға кәрәк, сөнки уның теләһә ниндәйе ысынбарлыҡҡа ашырға мөмкин. Баҡтиһәң, был тәүлектә йыһан энергияһының алмашыныуы айырыуса көслө була икән. Ә ун беренсе тәүлектә үҙ теләгеңде ҡағыҙға яҙыу яҡшыраҡ булыр.
Көн һайлағандан һуң тәүлектең дөрөҫ ваҡытын асыҡлау мөһим. Бының өсөн көн буйы үҙегеҙҙең торошоғоҙҙо һәм кәйефегеҙҙе күҙәтергә һәм көс-ҡеүәт тулы миҙгелде билдәләргә кәрәк. Нәҡ бына ошо осорҙа теләк тә теләргә кәрәк тә инде.
 
Фото: Яндекс.Дзен
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: