Әлеге мәлдә Рәсәйҙә ҡағыҙ етештереүсе 3 эре предприятие эшләй. Улар эске баҙарҙағы һорауҙы тәьмин итеүҙән тыш, офис ҡағыҙын сит илдәргә лә һата ине.
Санкцияларға бәйле сикләүҙәр һәм импорт химикаттар менән тәьмин ителеш туҡталыу сәбәпле, комбинаттарҙа технологик процесстар үҙгәртеп-ҡорола, сәнәғәт үҫеше өсөн яңы шарттар тыуҙырыла. Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы апрель айына был мәсьәлә тотороҡланасаҡ тип күҙаллай.
Рәсәй предприятиелары илдәге ихтияжды тулыһынса ҡаплата, шуға ла артабан офис ҡағыҙына ҡытлыҡ булмаясаҡ.