+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Март 2022, 17:00

Кактус үҫтереү серҙәре

Кактусты яҙ көнө күсереп ултыртығыҙ. Сәскә атҡан ваҡытта, октябрь аҙағынан март урталарына тиклем, уларҙы тыныслыҡта ҡалдырырға кәрәк.

Кактус үҫтереү серҙәре
Кактус үҫтереү серҙәре

Күсереп ултыртыр алдынан бер аҙна һыу һипмәгеҙ. Улай иткәндә, тупрағы ҡоро булып, тамыры менән еңел сығасаҡ. Серегән тамырҙары булһа, уларҙы бәләкәй ҡайсы менән киҫеп алығыҙ. Һауытҡа ҡом, һуйыр таш, ваҡланған кирбес һәм тупраҡ һалығыҙ. Тупраҡ ҡатнашманың яртыһын алып торһон.  Төбөнә 1-3 сантиметр дренаж һалып ҡалдырығыҙ. Һауытҡа ултыртҡас та уға өс-ете көн тирәһе һыу һипмәҫкә. Яҙ һәм йәй көнө һыуҙы – ике көнгә бер, көҙ көнө – биш көнгә йәки аҙнаға бер, ҡышын аҙна ярымға бер тапҡыр һибегеҙ.  Кактус йылы сезонда үҫә, ә ҡышҡы сезонда сәскә ата.

Фото: flo.discus-club.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: