+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Март 2022, 12:00

Ҡайһыһын һайларға?

Эй, яратабыҙ ҙа инде хушбуй, дезодорант кеүек парфюмдар менән ҡулланырға.

Ҡайһыһын һайларға?
Ҡайһыһын һайларға?
Шулай итмәй ни, кемдең тәмле еҫ сығарып йөрөгөһө килмәй. Магазинға ингәс, ҡайһыныһын һайларға, тип аптырашта ҡалаһың әле, әлбиттә, тәмлерәк еҫлеһен, оҙаҡҡараҡ еткәнен алғы килә. Ә бына дезодорант һәм антиперспирант - икеһе лә тир еҫе килмәһен өсөн тәғәйенләнһә лә, бер-береһенән айырыла. Беренсеһе тир биҙҙәрендәге бактерияларға ҡаршы тора, уны һипкәндән һуң беҙ шул бактерияларҙың эшсәнлеген “туҡтатабыҙ”. Ә антиперспирант тир бүленеүҙе сикләй. Составында алюминий һәм цинк булғанға күрә беҙ уны һөрткәс, бик аҙ йә иһә бөтөнләй тирләмәйбеҙ. Дезодорант тир еҫенән бер нисә сәғәткә һаҡлай, уны тәүлек эсендә 3 – 4 тапҡыр ҡулланырға һәм тәндең төрлө өлөшөнә һибергә мөмкин. Антиперспиранттың йоғонтоһо бер тәүлеккә үк етә, уны бер тапҡыр ғына ҡултыҡ аҫтына һөртөргә кәрәк. Быларҙың икеһенең дә составы химик матдәләргә бай. Бигерәк тә антиперспиранттар. Шуға күрә уларҙы самаһыҙ һиптереү ҙә зыянлы, ҡулланыу ваҡытына ла иғтибар итергә кәрәк.
 
Фото: makeupkey.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: