+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Март 2022, 12:00

Әллә ҡош, әллә балыҡ?

Пингвиндар ҡыҙыҡ ҡына йән эйәләре инде. Уларҙы ҡош тип атар инең, оса белмәйҙәр.

Әллә ҡош, әллә балыҡ?
Әллә ҡош, әллә балыҡ?
Үҙҙәре бына тигән итеп йөҙәләр. Һыу аҫтында күҙҙәре тағы ла яҡшыраҡ күрә икән хатта. Ғүмерҙәренең бер өлөшөн - ҡоро ерҙә, ә икенсе яртыһын һыуҙа үткәрәләр. Ә ҡайһы бер төрҙәре ҡоро ергә бала сығарыр өсөн генә сыға. Төрө тигәндә, уларҙың 18 төрө була. Иң ҙурыһы император тип атала. Оҙонлоғо 120 сантиметрға етә, тиҙәр. Ауырлығы- ни бары 2 кило ярым. Был йән эйәләре Антарктида, Яңы Зеландия, Австралия, Көньяк Африка, Көньяк Америка ярҙары буйҙарында йәшәй. Балыҡ, ҡыҫалалар менән туҡланалар. Шуныһы ҡыҙыҡ, бер-береһенең ояһынан йомортҡа урларға бик әүәҫтәр. Ана шуға күрә лә инде үҙҙәренең йомортҡаларын балалары сыҡҡансы ата пингвин менән инә пингвин сиратлап һаҡлай ҙа инде.
 
Фото: iassets.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: