Бәләкәйҙән малай атаһының ҡысҡырып китап уҡығанын бик яратҡан. Бер ваҡыт улар йәшәгән Копенгаген ҡалаһына театр килә. Уға унда бигерәк тә ныҡ оҡшай, хатта уйынсыҡтарына кейемдәр тегә башлай. Әйтерһең дә, уйынсыҡ-ҡурсаҡтары – актёрҙар, улар өсөн пьесалар уйлай, шөғөлөнән ул шул тиклем ҡәнәғәтлелек таба. Тик күпмелер ваҡыттан һуң малай атайһыҙ ҡала, китап уҡыусыһы ла, театрға йөрөтөүсеһе лә булмай, актер булыу теләге лә ҙур хыял булып ҡына ҡала. Һуңлап булһа ла, гимназияға уҡырға инә. Беренсе шиғырҙарын, әкиәттәрен шунда яҙа башлай. Гимназияны 22 йәшендә генә тамамлай. Ханс яйлап ҡына донъяға яҙыусы булараҡ таныла башлай, уның ижады менән бик күп илдәр ҡыҙыҡһына, әкиәттәренең төрлө телдәргә тәржемәләре лә киң таралған.