+13 °С
Болотло
Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле булыр.
Апрелдең бишендә Хызыр-Ильяс ҡамсыһын һелтәй.
Алтыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.
Ай ямғырлы булһа, бәшмәк уңыр.
Ай башында йәшен йәшнәһә, йәй йылы килер һәм сәтләүек мулдан булыр.
Апрелдә көндөҙ эҫе, ә төнөн һалҡын булһа, йылы йәй юрайҙар.
Ай аҙағында төндәр йондоҙло булһа, уңыш уңыр. Шулай уҡ айҙың һуңғы ун көнөндә ямғырҙар яуһа, йыл уңдырышлы булыр.
Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы килер.
Фото: kurieronline.ru