Дөйөм алғанда, быйыл яҙ Рәсәйҙә 134,5 мең егет әрмегә алынырға тейеш - был үткән йылға ҡарағанда аҙыраҡ. Уларҙың хеҙмәте уҡыу үҙәктәрендә һөнәри әҙерлектән башлана, ул өс айҙан биш айға тиклем дауам итә. Рәсәй Оборона министрлығында белдереүҙәренсә, хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың береһен дә Украинаға ебәрмәйәсәктәр – махсус операцияла профессиональ хәрбиҙәр генә ҡатнаша. Шулай уҡ, уҙған яҙ саҡырылғандарҙың барыһы ла хеҙмәт итеү ваҡытын тамамланғас запасҡа сығарыласаҡ, демобилизацияланғандарҙы өйҙәренә ҡайтаралар, тип билдәләнеләр. Бынан хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин да әйткәйне.
Шуныһы мөһим: коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн Башҡортостан муниципалитеттарының хәрби комиссариаттарында һәм йыйылыу пунктында биналарҙы даими дезинфекциялайҙар, ә хеҙмәткә саҡырылыусылар махсус тест үтә.
Фото: resbash.ru