+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Апрель 2022, 14:00

Яңы телефон һатып алырға була, ләкин...

Кер йыуыу машинаһы һәм башҡа электр йыһаздары эшләгәндә ванна инеү хәүефле. Был ваҡытта ток һуғыу ихтималлылығы ҙур була.

Яңы телефон һатып алырға була, ләкин...
Яңы телефон һатып алырға була, ләкин...

Әгәр кеше машина өҫтөндә торған шампуньгә еүеш ҡулы менән һуҙылһа, уны ток һуғырға мөмкин. Был машинаның үткәргесе йәки һыны ватыҡ булыуын ток һуҡҡас ҡына аңлауы ихтимал.

Ванна ингәндә машинаны эшләтмәй тороу, йәки эшләп ултырғанына һөйәлмәүегеҙ хәйерле. Йыуынырға ингәндә смартфондарын үҙе менән алып инеүселәр ҙә бик һаҡ булырға тейеш. Телефон розеткаға тоташтырылмаған булһа ла,  уға дым кереп, яйланманың ватылыуы ихтимал. Ә зарядкаға тоташтырылған смартфон аша кешене ток һуғыуы мөмкин, абай булығыҙ!

Фото: https://geekville.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: