+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Апрель 2022, 15:00

Үткән йылдағы кеүек булырмы?

Дәүләт Думаһы депутаты Владислав Даванков май байрамдарын былтырғы кеүек 1 майҙан 10 тиклем оҙайтырға тәҡдим итте.

Үткән йылдағы кеүек булырмы?
Үткән йылдағы кеүек булырмы?

“Яҙ килде, баҡса эштәре башлана, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы күтәрелеүен күрәбеҙ. Халыҡҡа бик еңелдән булмаҫ, шуға күрә май байрамдарын баҡсаларыбыҙҙа көҙгө ризыҡ әҙерләүгә бағышлаһаҡ, яҡшы булыр ине”, – ти депутат.

Белеүебеҙсә, 1 майҙа Рәсәйҙә — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, ә 9 майҙа — Еңеү көнө. Башҡортостанда быйыл 2 майҙа дин тотҡан мосолмандар Ураҙа байрамын билдәләй. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 ғинуарҙағы ял 3 майға, 2 ғинуарҙағыһы 10 майға күсерелде. Ә быйылғы 1 май йәкшәмбегә тура килә. Тимәк, 1 майҙағы ял көнө 2 майға күсерелә. Ураҙа байрамы 2 майҙағы ял көнөнә тура килә. Ул (дүшәмбенән) 4 майға (шаршамбыға) күсерелә».

Шулай итеп, Башҡортостанда йәшәүселәр биш көнлөк эш аҙнаһы булғанда 30 апрелдә, 1, 2, 3, 4 һәм 7, 8, 9, 10 майҙа ял итә. Йома, 29 апрелдә һәм 6 майҙа, эш көнө ҡыҫҡармай.

Фото: obltv.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: