+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Апрель 2022, 09:00

Хыял

Биш йәштә: «Их, магазин­дағы бөтә кәнфиттәрҙе лә тәмләп ҡараһаң ине!»

Хыял
Хыял

Ун йәштә: «Мәктәпкә йө­рөмәйенсә, өйҙә компьютерҙа уйнап ултыраһы ине!»
Егерме йәштә: «Бөтә ҡыҙ­ҙар ҙа миңә ғашиҡ булһын ине!»
Утыҙ йәштә: «Донъялағы бөтә аҡсаға ла хужа булһаң ине!»
Ҡырҡ йәштә: «Етәксе пос­тарҙың барыһында ла мин ултырһам ине!»
Илле йәштә: «Пенсиям һәй­бәт сыҡһа ине!»
Алтмыш йәштә: «Донъяһы түңкәрелмәйме шунда, хыя­лымдың береһе лә тормошҡа ашманы!»
Етмеш йәштә: «Ейән-ейән­сәрҙәрем килһә икән!»
Һикһән йәштә: «Киләһе тыуған көнгә ҡәҙәр аяҡ һуҙ­маһам ярар ине!»

Р. ДАЯНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: